-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 12:16

Республикала йәшәүселәрҙе «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостандың Әбйәлил районында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале ойошторола. Ул 13 февралдә Асҡар ауылының Үҙәк майҙанында була.
Ҡатнашыуға Башҡортостанда эшмәкәрлек алып барған бөтә йүнәлештәге башҡорт аш-һыуы оҫталары һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары белгестәре саҡырыла.
Фестивалдә айырым номинациялар буйынса конкурстар үткәрелә: ит ризыҡтары конкурсы; һөт ризыҡтары конкурсы; эсемлектәр конкурсы; ҡамыр аштары конкурсы; онотолған милли ризыҡтар рецептары конкурсы; тамашасылар һөйөүе призы.
Ризыҡты тәбиғи ингредиенттарҙан ғына бешерергә кәрәк. Аш-һыуҙы әҙерләп бөтөү һәм өҫтәлде биҙәү өсөн командаларға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Экспозиция өҫтәлгә ҡуйыла һәм һайлап алынған башҡорт милли аш-һыуы тематикаһына ярашлы биҙәлә. Өҫтәл менән таныштырғанда йыр-моң, декорациялар, милли атрибутика, кейем-һалым хуплана. Конкурстың положениеһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Фестивалде ойоштороусы – Әбйәлил районының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге. Сара башҡорт милли ризыҡтарының үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, иң шәп аш-һыу әҙерләүселәрҙе асыҡлау, милли аш-һыу әҙерләүҙең яңы технологиялары менән таныштырыу, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе белгестәренең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, ризыҡ төрҙәре ассортиментын киңәйтеү маҡсатында уҙғарыла.
Ғаризалар 11 февралгә тиклем 83477220334 телефоны буйынса йәки [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1404319-zhiteley-bashkirii-priglashayut-prinyat-uchastie-v-festivale-bashkirskoy-kukhni-ashyauly-/
Читайте нас в