+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 13:20

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хупланы

Өфөлә Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзалары һәм республика район-ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашты. Осрашыуҙың маҡсаты башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тәҡдимдәрен тикшереү ине.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ошо көндәрҙә урындағы башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре стратегик сессияла 300-ҙән ашыу тәҡдим индерҙе.
«Башҡорт теле көнө ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип ышанам. Беҙгә телде үҙләштереүҙе үҙгәртеү мөһим. Уны көсләп тағырға түгел, киреһенсә, ошо телдең ниндәй матур, боронғо һәм аҙағынаса өйрәнелмәгән икәнен күрһәтергә кәрәк. Туған телде республикала өйрәнеүҙән тыш, уны Башҡортостандан ситтә лә үҫтереү зарур. Башҡорт теле республика сиктәренән сыҡһын,матур, тәрән аҡыллы башҡорт мәҡәлдәре башҡорт телендә аралашҡан һәр кемдең һүҙлек запасына, рәсәйҙәрҙең ҡулланылышына инһен өсөн беҙгә бергәләп уйларға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Башҡорт теле аҙналығы» эстафетаһын үткәреү, туған телдә мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороу, ауыл театрҙарын үҫтереү, йәштәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшенә йәлеп итеү, район һәм ҡала ҡоролтайҙарына ярҙам күрһәтеү кеүек темаларҙы тикшерҙе.
Әйтәйек, Күмертауҙың башҡорт ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова ҡалала ойошторолған һәм популярлыҡ менән файҙаланған бушлай белем биреү курстары тураһында һөйләне. Был тәжрибәне республиканың башҡа ҡалаларында ла таратырға кәрәк тигән тәҡдим әйтелде.
Ҡалтасы районының башҡорт ҡоролтайы рәйесе Радик Бәхтиев башлыҡҡа районда этномәҙәни үҙәк ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Республика етәксеһе тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосоповтың Башҡорт ырыуҙары парадын уҙғарыу идеяһын хупланы. Шулай уҡ Радий Хәбиров төбәктә көрәште артабан үҫтереү тураһында һөйләне.
Читайте нас: