-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 14:18

2020 йылда Өфөлә Юрий Шевчук һәм ДДТ төркөмө юбилей программаһы менән сығыш яһай

Юрий Шевчук һәм ДДТ төркөмө 2020 йылдың мартында юбилей турының башланыуы хаҡында белдерҙе. Был турала коллективтың сайтында хәбәр ителә.
Музыканттар Рәсәйҙең тиҫтәләрсә ҡалаһында яңы программа менән сығыш яһай. Улар араһында — өс ҙур стадионда концерт: Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Өфөлә. ДТТ төркөмө 40 йыл элек беҙҙең баш ҡалала ойошторолған. Өфөләге концерттың аныҡ датаһы һәм майҙансығы әлегә аныҡлана, ләкин сараның июндә үтәсәге билдәле.
Концерт программаһында яңы һәм күптән яңғырамаған элекке йырҙар башҡарыла. «Стадиондар ғына түгел, шоу һәм йырҙар һайлау өҫтөндә лә эш ҙур!» — тип хәбәр итә ойоштороусылар.
2019 йылдың 3 декабрендә көндөҙгө сәғәт 12-лә Мәскәүҙәге концертҡа билеттар һатыла башлай. Сара 2020 йылдың 6 июнендә «Открытие Арена» футбол майҙансығында була.
2019 йылдың аҙағында ла Өфөлә ДДТ концерттары ойошторола. 5 һәм 7 декабрҙә — Өфөлә, ә 9 декабрҙә — Стәрлетамаҡта.
Читайте нас в