-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 10:40

Киң билдәле башҡорт өләсәйе Мәскәүҙә үҙенең ижады менән таныштыра

5 ноябрҙән 22-һенә тиклем Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Альбина Исхаҡованың «Яратам...» тип аталған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторола. Экспозицияла макраме эштәре, шулай уҡ милли стилдәге биҙәүестәр – һаҡал, селтәр, боронғолары һәм оҫтабикәнең үҙ ҡулдары менән сигелгәндәре лә бар.
Күргәҙмә республикабыҙ ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналған. Рәсми рәүештә 7 ноябрҙә киске сәғәт 5-тә асыла. 8 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем оҫталыҡ дәрестәре була.
Альбина Исхаҡова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, «Аҡ тирмә» милли мәҙәни үҙәгендә өләсәйҙәр клубына етәкселек иткән. Төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ йәш музыканттарҙың — скрипкасы Сыңғыҙ Ханнановтың һәм виолончелдә уйнаусы Искәндәр Ханнановтың өләсәһе булараҡ билдәле. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Өфөнөң «Урал» галереяһында ла Альбина Исхаҡованың ошондай күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Читайте нас в