+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 10:45

Өфөлә «Ҡурай даны» премияларының береһе 13 балалы Ҡарабаевтар ғаиләһенә тапшырылды

Өфөлә «Ҡурай-ТВ» йыр-моң каналының 10 йыллыҡ юбилейы концертында Милли телепремия тапшырыу тантанаһы уҙҙы. «Ҡурай даны» премияларының береһе 13 балалы ғаиләгә бирелде. Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар «Миһырбанлы ғаилә» номинацияһында бүләкләнде.
Фәниә Ҡарабаева һөйләүенсә, беренсе, әлеге ваҡытта мәрхүм, иренән уның ике балаһы бар. Улы менән ҡыҙы Сибайҙа йәшәй, дүрт ейәне үҫә. Икенсе ире менән 16 йыл бергә йәшәгән осорҙа уларҙың үҙҙәренең улдары тыуған. Һуңынан Өфө, Сибай, Баймаҡ балалар йорттарынан тағы 10 бала тәрбиәгә алынған. Бөгөн уларҙың татыу ғаиләһендә дүрт ул һәм ете ҡыҙ тәрбиәләнә.
Тамашасыларҙың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Ҡурай даны» премияһының 10 номинацияһында замандаштарыбыҙ еңеү яуланы. «Миһырбанлы ғаилә» номинацияһында тағы бер еңеүселәр — Балаҡатай районынан Әлфинә һәм Кәрим Хәкимовтарҙың ишле ғаиләһе.
«Ҡурай даны» телепремияһының береһе Әхәт Мортазинға (үҙе үлгәндән һуң) тапшырылды. «Башҡорт Левитаны», республика телевидениеһы дикторы «Һөнәр оҫтаһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип аталды. «Һөнәр оҫтаһы» номинацияһында тағы бер еңеүсе – Рәхилә Ғәлимйәнова.
«Ер кешеһе» номинацияһында Әбйәлил районынан Уразбай Юлдыбаев билдәләнде. «Эшлекле ханым» премияһын Лилиә Сабитова һәм Гөлсәсәк Әлибаева бүлеште. «Йыл меценаты» — Илсур Нәбиуллин, «Ҡул оҫтаһы» — Ләлә Камалетдинова.
«Ижади ғаилә» номинацияһында Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар билдәләнде. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һәм «Йәшлек» гәзите журналисы Гөлнур Ҡыуатова «Ҡәләм оҫталары» тип танылды.
«Йыл йырсыһы» номинацияһында награданы Айҙар Рәҡипов менән Алмас Хөсәйенов бүлеште. «Иң шәп клип төшөрөүсе» — Батыр Ғәлимов.
Читайте нас: