-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 10:09

Ҡаҙағстанда башҡорт бейеүе флешмобына ҡушылдылар

Ҡаҙағстанда республикабыҙ башлығы Радий Хәбировтан хуплау тапҡан башҡорт бейеүе флешмобына ҡушылдылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙәләне. Флешмобты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле башлап ебәрҙе.
«Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе етәксеһе Урал Аҙнабаев хәбәр итеүенсә, Нур-Солтан ҡалаһында (Ҡаҙағстан) Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙҙы. Халыҡтар дуҫлығы йортонда этнографик, башҡорт аш-һыуы күргәҙмәләре һәм концерт ойошторолдо.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, музыкант-мультиинструменталист, бейеүсе Zainetdin ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Сара һуңында осрашыуҙа ҡатнашыусылар #башҡортбейеүе флешмобын хуплап видеоролик төшөрҙө.
Читайте нас в