+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 10:53

Өфөлә Раушания Бәҙретдинова симфоник музыка аҫтында яңы картиналарын күрһәтә

21 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында «Үҙеңә юл» хәйриә социаль проектының презентацияһы ойошторола. Кисәлә Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының концерты була һәм Рәсәйҙең танылған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың яңы картиналары күрһәтелә. Сара Каринэ Хәбирова булышлығында уҙғарыла.
«Симфоник оркестрҙың рәссам Раушания Бәҙретдинова менән берлектәге проекты рәсемдәрҙең симфоник музыка аҫтында күрһәтелеүе менән ҡыҙыҡлы», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин.
Республиканың Милли симфоник оркестры һәм Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының төп ҡунағы, Рәсәйҙең Дәүләт академия симфоник капеллаһы дирижеры, Рәсәйҙең Ҙур театры дирижеры Дмитрий Крюков менән бергә Раушания Бәҙретдинованың «Үҙеңә юл» картиналар серияһының асылын сағылдырған репертуар һайлап алынған.
«Проекттың бурысы — үҙеңдең мөһимлегеңде, ижади ҡеүәтеңде аңлау өсөн хәҙерге һынлы сәнғәттең визуаль образы һәм классик музыка аша уйҙарға сумыу», – тип һөйләй Раушания Бәҙретдинова проекттың идея йөкмәткеһе хаҡында.
Программала Р. Воан-Уильямстың Томас Таллис темаһына ҡыллы оркестр өсөн «Фантазия»һы, Людвиг ван Бетховендың скрипка өсөн Романсы (солист – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов), С.Барберҙың ҡыллы оркестр өсөн «Адажио»һы, Г.Малерҙың 5-се симфонияһынан «Адажиетто» яңғырай. Сара киске сәғәт 7-се 30 минутта башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1367846-v-ufe-rushaniya-badretdinova-pokazhet-novuyu-seriyu-kartin-pod-simfonicheskuyu-muzyku/
Читайте нас: