-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 13:05

Өфө тураһында яңы китап донъя күрҙе

«Өфө — мегаполистарҙың донъяуи киңлегендә» — рус һәм инглиз телдәрендә баҫылып сыҡҡан яңы йыйынтыҡ шулай тип атала («Ufa Amidst World’s Cosmopolitan Centers»).
Йәшәү эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәренең үҫеше, тарихи һәм аналитик мәҡәләләр миҫалында Өфө китапта яңы үҫеш офоҡтарын асҡан заманса мегаполис, киләсәккә ынтылған эшлекле, мәғлүмәт һәм мәҙәни үҙәк итеп һүрәтләнә.
«Китап ҡаланың һәм республиканың ыңғай имиджын формалаштырыуға, инвестиция йәлеп итеүҙе арттырыуға, тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә йоғонто яһар», — тип иҫәпләйҙәр «Башҡорт матбуғаты» нәшриәтендә.
Яҡын арала Өфөлә үтергә тейешле халыҡ-ара, федераль һәм республика сараларында китап менән таныштырыу күҙаллана. Баҫманың электрон версияһы Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары сайттарында, башҡа мәғлүмәт порталдарында баҫыла.
Читайте нас в