+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2019, 12:05

11 октябрҙә Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә инә

Ниагара шарлауығының Канада өлөшө 11 октябрҙә — Республика көнөндә — Башҡортостан флагы төҫтәренә инә. Был хаҡта «Канада башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы белдерҙе.
Ойошманың «Инстаграм»дағы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-да (12 октябрҙә Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 7-лә) шарлауыҡ йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәргә инә.
Символик акцияның инициаторы — «Канада башҡорттары ҡоролтайы»н ойоштороусы Фәриҙә Сәмерханова.
«Канада башҡорттары ҡоролтайы» — халыҡ мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлау өсөн башҡорттарҙы, татарҙарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен берләштергән йәмәғәт ойошмаһы. Яңы структура — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шефлығында.
Читайте нас: