+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 12:21

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры 100-сө миҙгелен асыуға саҡыра

Бөгөн 5 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 100-сө юбилейлы ижад миҙгелен аса. Ошо ваҡиға алдынан театр матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Театр директоры Иршат Фәйзуллин һөйләүенсә, йола буйынса, киске сәғәт 6-сы 30 минутта театр коллективы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури һәм Мостай Кәримдең һәйкәлдәренә сәскәләр һала. Сәғәт 6-ла театр алдында байрам концерты башлана. Концерт программаһында — театр оркестры һәм актерҙар Алһыу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев, Светлана Хәкимова, Артур Кәбиров, Ирада Ҡадирова, Сәғиҙулла Байегеттең сығыштары.
Киске 7-лә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле (Гүзәл Яхина, инсценировка авторы – Ярослава Пулинович, режиссеры – Айрат Абушахманов) башлана. Төп ролдә актриса Илгизә Ғилманова уйнай.
Миҙгел асылғандан һуң тамашасыларға 10 сентябрҙә — «Бәхет хаҡы», 12 сентябрҙә — «Бомба», 18 сентябрҙә — «Ҡара йөҙҙәр» һәм 19 сентябрҙә «Хыялға ҡаршы» спектаклдәре тәҡдим ителә.
15 сентябрҙә труппаның бер өлөшө «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән Грозныйҙа (Чечен Республикаһы) «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнаша. Спектакль Нуралидов исемендәге Чечен дәүләт драма театры сәхнәһендә күрһәтелә. Һуңынан спектакль декорациялары бөтә ил буйлап Иркустскиға Вампилов исемендәге Халыҡ-ара заманса драматургия театр фестиваленә юллана. 22 сентябрҙә спектаклде Н. Охлопков исемендәге Иркутск академия драма театры тамашасылары ҡарай ала.
20 сентябрҙә театр «Театр төнө» акцияһында ҡатнаша. Киске сәғәт 6-нан Кесе залда тамашасылар өсөн «Самрау» балалар театр студияһы сығыш яһай. Сәғәт 7-нән Ҙур залда йәш режиссер Фирғәт Ғарипов әҙерләгән программа башлана.
Артабанғы көндәрҙә театрҙы капиталь ремонт көтә. Был осорҙа труппа ваҡытлыса Башҡорт опера һәм балет театрына күсә.
«Хәрби-ялан шарттарында эшләйәсәкбеҙ», — ти театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов. Ул «Гөлбостан» һәм «Ҡыҙ урлау» спектаклдәре тураһында һөйләне, был хаҡта «Башинформ» агентлығының киләһе материалдарында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1348706-bashkirskiy-teatr-dramy-imeni-mazhita-gafuri-priglashaet-na-otkrytie-100-go-sezona/
Читайте нас: