+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2019, 12:18

«Нур» татар театры Мостай Кәрим буйынса «Айгөл иле» спектаклен әҙерләй

Өфөнөң «Нур» татар театры яңы 28-се театр миҙгелендә беренсе премьераға әҙерләнә. Ул – Мостай Кәримдең пьесаһы буйынса «Айгөл иле» романтик драмаһы.
Премьера 2019 йылдың 27-28 сентябрендә була. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала.
Режиссер – Зиннур Сөләймәнов, рәссам – Лилиә Сөләймәнова, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов, видеоинсталляция буйынса рәссам – Урал Мәхийәнов, костюмдар буйынса рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.
Төп ролде – Айгөлдө актрисалар Айгөл Юнысова һәм Илгизә Муллабаева уйнай. Ричард ролендә – Илшат Салауатов һәм Азат Вәлиуллин; Зөлхәбирә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамира Сәйетова һәм Ирина Ғәниева; Пиккио – Эльмир Ғәзизуллин һәм Эльмир Хайертдинов; Илдар – Марат Хәсәнов, Миләүшә – Рида Фәхрисламова һәм Эльвира Биғәлиева; Йөҙөм – Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рәсимә Ғәйфуллина; Миңлекәй – Башҡортостандың халыҡ артисы Фина Вәлиева һәм башҡалар.
«Айгөл иле» — совет башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһе. Әгәр бер нисә тиҫтә йыл элек ҡабул ителгән ҡарарҙың дөрөҫлөгөндә бер ниндәй ҙә шик булмаһа, хәҙер иһә төп геройҙың илһөйәрлеге күп бәхәстәр тыуҙыра. Үлсәүҙең бер яғында Тыуған ил булһа, икенсеһендә – үҙ әсәң! Бөгөн Айгөл ниндәй ҡарарға килер ине икән? Уйлап тормайынса китер инеме? Әлбиттә, тыуған илгә һөйөү һәм хөрмәт юғалмаған, ләкин кешелек ҡиммәттәре бөгөн икенсерәк мәғәнәгә эйә. Ике дәүерҙең кеше күңеленең өлөштәре тап килерме, әллә пьесала күтәрелгән мәсьәләләр, һәр классик сюжеттағы кеүек үк, мәңгелек һәм һәр саҡ көнүҙәкме икәнен спекталь асып бирер.
Читайте нас: