+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 12:05

2021 йылға республикалағы барлыҡ ФАП-тар интернетҡа тоташасаҡ

2021 йылға тиклем Башҡортостанда 1 мең 242 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берҙәм мәғүмәт тапшырыу селтәренә тоташтырыу күҙаллана.
«Һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы республиканың барлыҡ социаль объекттары ла интернетҡа тоташтырылған булырға тейеш. Шулай уҡ юғары тиҙлекле глобаль селтәргә 1214 мәғариф учреждениеһы һәм ике йөҙҙән ашыу урындағы үҙидаралыҡты тоташтырыу ҡаралған. Һанлы инфраструктура программаһын тормошҡа ашырыу халыҡты социаль хеҙмәтләндереү һәм идара итеү эшен күпә яҡшыртасаҡ.
Геннадий Разумикин, Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы: “Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттар 5 меңдән ашыу. Был күрһәткес буйынса республика илдә тәүге урында. Уларҙы интернет селтәренә тоташтырыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә. Төбәктең ҙур булыуы һәм ауылдарҙың төпкөлдә, бер-береһенә алыҫ урынлашыуы ғына ауырлыҡтар тыуҙыра. Беҙ бындай осраҡта сымһыҙ бәйләнеш булдырасаҡбыҙ. 2021 йылға тиклем ҡуйылған бурысты үтәрбеҙ тип уйлайым”.
Читайте нас: