Яңы мәктәп Дим районының "Яҡты" микрорайонында төҙөлә. Уға 2018 йылдың икенсе кварталында нигеҙ һалынған. Әле бында эш бер минутҡа ла тынмай.
Мәктәп биләмәһендә ҙур спорт майҙанысығы ла төҙөлә. Уға Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуынса асфальт урынына резина япма түшәлә. Үҙенсәлекле яһалма балаҫ балалар өсөн хәүефһеҙерәк, тип билдәләй төҙөүселәр. Белем усағының дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метр. Бында синыфтарҙан тыш спорт, тамаша залы, башланғыс кластар блогы буласаҡ. Төҙөлөш проектына инновация йүнәлештәре лә индерелгән - ул компьютер кластары, электрон китапхана, заманса ҡоралмалар менән йыһазландырылған интерактив белем биреү комплексы.
Артур Насыров, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Объекттың төҙөлөш эштәре тулыһынса алға бара. Шулай уҡ, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, бинаның эсен биҙәкләү, тышҡы яғын буяу эштәре башҡарыла. Маҡсатыбыҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөштө тамамлау”.
Белгестәр әйтеүенсә, дүрт ҡатлы объектта төҙөлөш эштәре графиктан алда бара. Мәктәп яңы уҡыу йылына уҡыусыларҙы ҡаршыларға әҙер булыр тип вәғәҙә итә төҙөүселәр.