Йәнле аралашыуҙа Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин, Анастасия Давыдова, Михаил Мамиашвили һәм Александр Попов ҡатнашты. Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы республикала көтөлгән күләмле спорт ярыштары менән таныштырҙы.
Атап әйткәндә, Өфө 2021 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын, 2022 йылда волейбол буйынса донъя этаптарының береһен ҡабул итә. Осрашыуҙа төбәктең спорт инфрастуктураһын үҫтереү мәсьәләһе лә күтәрелде. Әлеге ваҡытта баш ҡалала волейбол һәм көрәш өсөн спорт һарайҙарын төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.