+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2019, 13:16

Ағиҙел йылғаһы аша үткән күпер төҙөлә башлаясаҡ

Өфө-аэропорт йүнәлешендә яңы күпер төҙөлөшө күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Мәскәүҙә үткән транспорт форумында Радий Хәбиров Росавтодор етәкселеге менән осрашып, беренсе аҙым яһаны - уның Республикала өҫ һыҙатлы күпер төҙөлөшө тураһында мөрәжәғәте федераль кимәлдә хуплау тапты. Проекттың бюджеты - 3 миллиард ярым һум. 500 миллион һумлыҡ тәүге транш Башҡортогстанға күсерелгән. 8 июлдә республика етәксеһе яңы күперҙең тәүге нигеҙ ташын һалды. Өсөнсө ҡоролманың оҙонлоғо 700 метр самаһы буласаҡ. Уның аша өс һыҙатлы автомобиль юлы һалына. Яңы күпер көндә яҡынса 30 мең машинаны үткәреүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөш тамамланғандан һуң Өфөгә ингән ерҙә автомобиль тығындары күпкә кәмейәсәк.

Эштәр тамамланғандан һуң өс ҡоролма бер конструкцияға берләштерелә. Яңы күперҙе металдан яһалған 7 терәү тотоп торасаҡ. Өс һыҙаттың һәр ҡайһыһы 4 метр киңлегендә була.
Был ҙур төҙөлөш ике йыл ярымға иҫәпләнгән.
Күпер төҙөлөшө менән бер үк ваҡытта Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә яңы үткәүел һалына башлай. Проект шулай уҡ Пугачев урамын төҙөкләндереүҙе лә планлаштыра.
Читайте нас: