+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2019, 15:03

Киләһе аҙнала Мәскәүҙең Коломенск тәбиғәт музейында һабантуй үтәсәк

Байрамда 300 мең самаһы кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың башҡорт тирмәләрендә булып, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, халыҡ кәсептәренең ҡул эштәре менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Сара сиктәрендә шулай уҡ төрлө спорт ярыштары ла уҙасаҡ. Әлегә көндә Мәскәүҙә йәшәүсе бер төркөм башҡорт йәштәре кәмәләрҙә ярышырға әҙерләнә.
Әлеге ваҡытта һәүәҫкәр ишкәкселәр Мәскәүҙәге һабантуйға әҙерләнә. Улар быйыл да регата буйынса ярыш та һынатмаҫҡа ниәтләй.
Ир-егеттәр менән бергә быйылғы ярышта тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла ҡатнашасаҡ. Аҙнаһына бер тапҡыр йәштәр Мәскәүҙең билдәле ишеү каналына йыйыла. Әлбиттә, йөҙөү өсөн кәмәләрҙе ҡуртымға алырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәй.
Әлегә мәлгә ярышта тиҫтәгә яҡын команда ҡатнашырға теләк белдергән. Әммә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүсе экипаждарҙың тағы ла артыуы ихтимал. Сөнки быйылғы еңеүселәр Башҡортостандың Мәскәүҙәге даими вәкиллеге кубогы өсөн көрәш алып барасаҡ. Ул республиканың 100 йыллығы уңайынан булдырылған.
Мәскәүҙең "Коломенское" музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үтәсәк халыҡ-ара һабантуй 6 июлдә үтәсәк. Унда халыҡтарҙы республикабыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсаты ҡуйыла. Башҡорт һәм татар халыҡтарының көнкүрешен һүрәтләгән ауылдар ҡуйыласаҡ, балалар, спорт һәм эшҡыуарлыҡ зоналары эшләйәсәк. Байрамда республиканан "Ятаған", "Арғымаҡ", "Карауан" төркөмдәре, шулай башҡа сәнғәт әһелдәре ҡатнаша.
Читайте нас: