+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2019, 12:33

«Мостай Кәрим. Яҡындағы офоҡ» спектакленең башҡорт телендәге премьераһы Ҡазанда үтте

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры - Татарстанда. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлын ил яҙмышы менән бәйләп күрһәткән сәхнә әҫәре рус телендә беренсе тапҡыр былтыр көҙ, шәхестең тыуған көнө алдынан Өфөлә күрһәтелгәйне.
Тәрән йөкмәткеле, романтик рухлы пьеса әҙиптең автобиографик прозаһын, киң билдәле шиғырҙарын бер ваҡиғалар сылбырына теҙгән. Драматург Владимир Аношкин билдәләүенсә, сәхнә әҫәренең туҡһан проценты - Мостай үҙе һәм уның әҫәрҙәре, ун проценты ғына - драматург фантазияһы. Режиссер Альберт Имаметдинов ҡурсаҡ һәм драма театрҙарына хас төрлө алымдар ҡулланған, спектакль ҡатмарлы сәнғәттәр синтезы һымаҡ ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта һәр компонент органик рәүештә берләшеп, бер бөтөндө тәшкил итә.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Ҡазанда төрки халыҡтарҙың XIV халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә сығыш яһаны. Быйыл фестиваль башҡорт театрҙарына бағышлана. Унда сит ил һәм Рәсәй төбәктәренән килгән 29 коллектив араһында Башҡортостандан 6 театр ҡатнаша.
Читайте нас: