+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2019, 17:10

Ҡазанда төрки телле халыҡтарҙың “Наурыҙ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале дауам итә

Унда Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Рәсәйҙең милли республикаларынан ижади коллективтар ҡатнаша.
Уҙған көн Өфө “Нур” татар театры “Үткәндән килгән ханым” спектакле менән сығыш яһаны.
Быйылғы “Наурыҙ” фестивале Башҡортостан театр сәнғәтенә арнала. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе Мостай Кәрим повесы буйынса "Өс таған" спектаклен күрһәтте.
Бөгөн “Наурыҙ” фестивалендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры - “Калигула”, Салауат башҡорт дәүләт драма театры "Глумов" спектаклен тәҡдим итә.
Читайте нас: