+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2019, 13:49

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры - Екатеринбург сәхнәһендә

Башҡортостан республикаһы төҙөлөүгә һәм һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыуға арналған күркәм сара - Екатеринбург сәхнәһендә. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры көньяҡ Уралда йәшәүселәргә өр-яңы премьера тәҡдим итте. Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" спектакленең яңы ҡуйылышын Екатеринбургта йәшәүселәр халыҡ ижады йортонда рус телендә ҡараны.
Кендек ҡушаматлы ир баланың яҙмыш тарихы..Ул 1919 йылдан башлана. Әммә илебеҙ тарихынан айырылғыһыҙ. Халыҡсан тел һәм кинәйәле һүҙҙәр, характерлы образдар аша яҙылған әҫәрҙе рус теленә шағирҙың улы Ильгиз Кәримов тәржемә иткән. Хәл-ваҡиғалаҙы сәхнәлә әҙип ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Ҡорбанғәлиев бәйән итә. Ҡуйыусы -режиссер әҫәрҙе сәхнәләштергәндә ҡыҙыҡлы деталдәр ҡулланған, геройҙар араһындағы хәл-ваҡиғаларҙы ихлас һәм хисле мөнөсәбәттәр аша күрһәтеүгә ирешкән.
Спектаклгә ике труппанан 25 артист йәлеп ителгән. Башҡорт ауылында барған хәл -ваҡиғаларҙа бәләкәй Кендектең донъяға ҡарашы формалаша. Халыҡтың рухи донъяһы асыла. Ижади коллектив "Реаль театр" фестивалендә тәүге сынығыу алһа, бөгөн иһә ут күршеләребеҙҙә яңы премьераны уйнаны.
Читайте нас: