+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2019, 13:15

Мәсәғүттә - ҙур сара

Кисә Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ҙур тантана уҙҙы.
Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры, арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тимер Йосоповтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Дыуан районындағы Республика лицей-интернатына шәхестең исеме бирелде.
Шулай уҡ әҙиптең ошо көндәрҙә генә нәшриәттә донъя күргән "Һайланма әҫәрҙәр" (IV том) китабының исем туйы ла үткәрелде. Сарала "Китап" нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, шағирҙар, яҙыусылар, әҙиптең туғандары һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тантанала Дыуан халҡы һәм саҡырылған ҡунаҡтар өсөн нәшриәт китап һатыу-күргәҙмәһе лә ойошторҙо.
Читайте нас: