+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2019, 12:38

Башҡортостанда һабантуйҙар ҙа айыҡ үтәсәк

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай милли байрамда алкоголь һатыуҙы сикләү тураһындағы закон проектын әҙерләне. Был башланғыс менән республика етәксеһе сығыш яһаны. Мәктәптәрҙә уҡыу йылы тамамланған көндәрҙә лә ошондай уҡ тыйыуҙар ғәмәлдә булды.
Һуңғы ҡыңғырау көндәрендә алкоголь һатыуҙы сикләү инде өсөнсө йыл ғәмәлдә. Әммә законды барыһы ла үтәп бармай. Бәғзеләр хатта, кәштә аҫтынан билдәһеҙ сифаттағы шикле эсемлектәр һата. Рөхсәтһеҙ сауҙаны иҫкәртеү маҡсатында "Хәүефһеҙ мөхит" интернет порталы эшләй башланы. Унда халыҡ ағыу менән йәшерен сауҙа алып барыусылар тураһында хәбәр итә ала. Интернет ресурс оператив кәңәшмәлә Радий Хәбировҡа тәҡдим ителде.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Обратите внимание на этот портал, если он хорошо отрабатывает, то давайте его раскачаем. Каждый глава знает где у него вся эта зараза находится. Каждый глава селського совета совершенно точно знает все эти точки, знает причины их появления, кто за ними стоит”.
Алкоголь һатыу сикләнгән көндәрҙә рөхсәтһеҙ сауҙа алып барыусыларҙы асыҡлауға йәмәғәтселек вәкилдәре лә әүҙем ҡушылды. Шикле продукцияны улар лабораторияларға илтә. Урал аръяғынада асыҡланған контрафакттың күпселек өлөшө һынау үҙәгенең Сибай бүлексәһендә тикшерелә. Әбйәлил районында суррогат һатыусылар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Рейдтар һабантуйҙар мәлендә лә үтәсәк. Халыҡтың күпселек өлөшө республика етәксеһенең башланғысын хуплай. Милли байрам эскелек майҙанына әйләнергә тейеш түгел. Радий Хәбиров "ҡоро закон" төрлө кимәлдәге етәкселәр өсөн дә ғәмәлдә булыуын билдәләне һәм ҡунаҡ тирмәләрендә табынға алкоголь ҡуйыуҙы тыйҙы.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Особое внимание глав обращаю на то, что на сабантуях ваши предприятия, кфх ставят гостевые юрты, и угощают. Так давайте эти угощения сделаем безалкогольными”.
Планда 27 июнь - Йәштәр көнө һәм 1 сентябрь - Белем байрамын да айыҡ итеп иғлан итеү. Бынан тыш, иҫерткес эсемлектәрҙе көндәлек һатыу ваҡытын ҡыҫҡартыу ҙа ҡарала. Был осраҡта "шешәләге йылтырҙы" иртәнге 10-дан киске 10 ға тиклем һатыу рөхсәт ителәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас: