+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2019, 13:07

Өфөлә Ағиҙел буйында амфитеатр була

Республика етәксеһе Радий Хәбиров баш ҡалала яр буйын төҙөкләндереү барышы менән танышты. Салауат Юлаев һәйкәле урынлашҡан тау аҫтында асыҡ һауалағы концерт майҙансығы төҙөлә. Амфитеатр 1 мең 260 кешегә иҫәпләнә. Ағиҙел ярын нығытыу 2014 йылдан алып барыла.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Ағиҙелдең яр буйы илдә иң матур ҡоролмаларҙың береһе булырға тейеш.
Киләсәктә Салауат Юлаев һәйкәленән Тимер юл күперенә һәм Дуҫлыҡ монументынан Пугачев урамына тиклемге өлөштәрҙе төҙөкләндереү ҡарала. Яр буйында автомобиль юлы ла һалынасаҡ.
Читайте нас: