+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2019, 15:35

5 майҙа ҡояш байығандан һуң барлыҡ ислам ғаләме изге айҙарҙың береһе Рамаҙанға аяҡ баҫты

Бер ай дауамында мосолман кешеһенә ураҙа тоторға, йәғни көндөҙ ашау эсеүҙән тыйылып торорға кәрәк. Был ғәмәл тәү сиратта - ғибәҙәт ҡылыу.
Мосолмандарға Ураҙаның мәғәнәһе һәм әһәмиәте - ул иманыңды нығытыу, рухи юғарылыҡҡа ынтылыу, тыйғандарҙан тыйылыу һәм йәшәү ҡиммәттәрен асыҡлау.
Медицина күҙлегенән ҡарағанда, Ураҙа тотоу ғүмер оҙонлоғона ла ыңғай йоғонто яһай. Америка ғалимдары тикшереүенсә, ай дауамында Ураҙа шартына ярашлы, ҡояш байығансы ашамай тороусыларҙа күҙнәктәренең йәшәү оҙонлоғон арттырыусы гендар әүҙемләшә. Олоғая барған һайын күҙәнәктәрҙә был һәләт кәмей, шуға кеше лә ҡартая. Ас тороу йөрәк күҙәнәктәрен таҙарта, эшмәкәрлеген яҡшырта. Кешенең ауырыуҙарға тороу һәләте лә арта. Әммә, медицина күҙлегенән ҡарағанда, изге ғәмәлде башҡарыуҙа ҡайһы бер сикләүҙәр ҙә бар.
Ураҙа айының тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Рамаҙан беҙҙе сабырлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа өйрәтә. Изгелек ҡылыу, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, харам ризыҡтан һәм ғәмәлдәрҙән тыйылыу дини байрамдарҙа ғына түгел, көн һайын үтәргә тейеш ғәмәлдәребеҙ.
Читайте нас: