+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2019, 12:04

«Тамыр» телеканалы төшөргән фильм Рәсәй кимәлендә еңеү яуланы

"Тамыр" балалар телеканалың "Беҙҙең заман геройы" тип аталған фильмы Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурста еңеү яуланы. Жюри ағзалары илдең төрлө төбәктәренән әҙерләп алып килгән 140 фильм араһынан Башҡортостан төркөмөнә беренселекте тапшыра.
"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы конкурсҡа "Геройҙар беҙҙең арала" тигән документаль фильм әҙерләй. Был проектта башҡалар ҡайғыһына битараф булмаған алты кескәй герой күрһәтелә.
Гөлназ Ҡолһарина, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры: “Калуга ҡалаһында беҙҙең телеканал төшөргән “Герои среди нас” фильмы еңеү яулауы тураһында билдәле булды. Бик шатмын. Фильм өҫтөндә эшләгән барлыҡ коллегаларымды ла ҡотлайым”.
Читайте нас: