+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2019, 14:37

«Беренсе республика» фильмы Мәскәү тамашасыһына тәҡдим ителде

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сара илебеҙҙең баш ҡалаһының милләттәр йортонда үтте. Мәскәү тамашасыһы юғары зауыҡҡа күнеккән. Премьераларға ла улар әҙерләнеп килә. "Беренсе республика"ны ла Мәскәүҙәр күптән көттө. Тамашасылар араһында фильм геройҙарын яҡындан танып белеүселәр бар ине.
Тамашасыға фильмды Роберт Йылҡыбаев тәҡдим итте. Ролгә инеү өсөн ул "Башҡортостан" гәзитенең тәүге баш мөхәрриренең яҡындары менән танышырға тура килгән. Һуңынан Ҡасим Аҙнабаев менән уртаҡ һыҙаттар булыуы ла асыҡланған.
Фильм тамашасыны тулҡынландырҙы. Төрлө фекерҙәр уятты. Әммә кинотаҫманың яҡын, асыҡ һәм кәрәкле булыуын барыһы ла хупланы. Илебеҙ, халҡыбыҙ, яҡындарыбыҙҙың үткәненә яңыса ҡараш тип баһаланды ул.
Фильм яҙмышы Башҡортостан менән бәйле булмаған замандаштарыбыҙ өсөн дә файҙалы. Кинотаҫтама Рәсәйҙең иң ҡыҙыҡлы һәм ҡеүәтле төбәктәренең береһе тураһында яңы мәғлүмәт сығанағы ла.
Читайте нас: