+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2019, 17:11

Музейҙар юбилейлы сараларға ҡушыла

Башҡортостан музейҙары республиканың 100 йыллығына акция үткәрә.
Сара мартта һәм октябрҙә үтә. Музейҙар Башҡорт автономияһы башында торған шәхестәр менән таныштыра, Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтары тураһында күргәҙмәләр әҙерләй, тематик саралар уҙғара. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостандың милли автономияһын раҫлаған килешеү төҙөлә, ә инде 23 мартта был мәғлүмәт матбуғатта баҫыла.
Читайте нас: