+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2019, 12:43

Башҡортостан шашкасылары Африкала еңеү яуланы

"Башҡортостан" үҙәк шашка клубы спортсылары Африкала урынлашҡан Буркина-Фасо дәүләтендә үткән интернациональ турнирҙа уңышлы сығыш яһаны. Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогының яңы миҙгелен асҡан ярышта яҡташыбыҙ Айнур Шәйбәков икенсе урын яулаған.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Тамара Танһыҡҡужина - беренсе, Айгөл Иҙрисова - икенсе урында. Кубок этабында барлығы 58 спортсы ҡатнашҡан. Уларҙың 6-һы халыҡ-ара гроссмейстер, икәүһе - халыҡ-ара мастер исеменә эйә.
Читайте нас: