+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2019, 12:17

«Өфө ҡалаһының йыл уҡытыусыһы – 2019» конкусына йомғаҡ яһалды

Өфөнөң иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 7-cе мәктәптә эшләй. Гөлшат Ғәбитоваға көнләшерлек тә, һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ул еңеү яулап, үҙен көслө рухлы, киң фекер йөрөтөүсе, алдынғы ҡарашлы педагог итеп таныта. 18 йыл тәжрибәһе булған белгес балаларҙа туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
Гөлшат Ғәбитова, "Өфө ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2019" конкурсы еңеүсеһе: “Конкурсанттар көслө, конкурс мәртәбәле булғас, ауырға тура килде. Уҡыусыларым һәр ваҡыт эргәмдә булды, ярҙам иттеләр. Һәр бер дәресте этапҡа уҡыусыларым менән башта үткәрҙем. Методик совет, оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ дәрестәр - 7-8 этап булды”.
Сәхнәлә конкурс лауреаттары ла билдәләнде, уларға дипломдар, рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты тарафынан махсус бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Ҡала уҡыусыларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятыусылар менән ғорурланмау мөмкин түгел.
Рус, татар телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ойошторолған бәйгеләргә лә йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ "Педагог-тикшеренеүсе", "Уҡытыусы-оҫта" конкурсттары еңеүселәре асыҡланды. "Өфө ҡалаһының йыл уҡытыусыһы" конкурсында йәмғеһе 66 педагог ҡатнаша, уларҙың өстән бер өлөшө йәш белгестәр. Абсолют еңеүсе тип быйыл Ирина Хисмәтуллина танылды. Ул Өфөләге 47-cе гимназияла уҡыусыларға иҡтисад дәресен алып бара. Талантлы остаз билдәләүенсә, был бәйгелә ул тәүгә генә ҡатнашмай. Бишенсе тапҡыр бәхетен һынап ҡарағандан ниһайәт баш ҡала кимәлендә абруй ҡаҙана.
Ирина Хисмәтуллина, "Өфө ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2019" конкурсы абсолют еңеүсеһе: “Уҡытыусылар династияһын дауам итәм. 8-се кластан уҡ был һөнәрҙе һайлаясағымды белә инем. Эшемде яратам, балалар бит - улар тормошобоҙҙоң йәме, ышаныслы киләсәгебеҙ”.
Бәйге еңеүселәре артабан Өфө данын республика кимәлендә яҡлап, педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Әйткәндәй, баш ҡаланың һөнәри оҫталыҡ конкурсы 1997 йылдан алып ойошторола, ошо ваҡыт эсендә ул йөҙҙәрсә яңы исем асып, уҡытыусы абруйын күтәрә.
Читайте нас: