+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2019, 13:27

Башҡортостанда һауа шарҙары фестивале үтәсәк

24- 27 ғинуарҙа Яҡты-күл ял итеү урынында һауа шарҙары фестивале уҙа. Сараға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан командалар йыйыласаҡ.
Ундан ашыу аэростат һауаға күтәреләсәк. Шулай уҡ, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы махсус сара - яҡтыртылған шарҙарҙы осороу көтөлә. Яҡшы һауа шарттары булғанда, ҡатнашыусылар Урал һырты буйлап осорға ниәтләй. Уның оҙонлоғо йөҙ саҡрымдан аша.
Сарала һигеҙ команда ҡатнашасаҡ. Өфөнән тыш, Санкт-Петербург, Набережные Челны һәм башҡа ҡалаларҙан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Читайте нас: