Илһам Шакиров 1935 йылдың 15 февралендә Татарстандың Сарман районы Яңы Бүләк ауылында тыуа. Ҡазанда музыка училищеһын, артабан дәүләт консерваторияһын тамамлай. Йырсы Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы солисы була. Халыҡ йырҙарын, классик композицияларҙы берҙәй оҫта итеп башҡарған сәхнә әһеле Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы исеменә эйә.