Урамдарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу Хөкүмәт кимәлендә тикшерелә торған мәсьәлә түгел, ул ғәҙәти күренеш булырға тейеш. "Хәҙерҙән үк саңға ҡаршы көрәшкә әҙерләнеү мөһим, ҡом бураны уйнарға тейеш түгел", - тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.