+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2019, 15:24

Өфө ҡала хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе

Муниципалитетта үткән кәңәшмәлә Өлфәт Мостафин белдереүенсә, Өфө ҡала хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе.
Хакимиәттең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе итеп Хәмитов Рөстәм Нил улы билдәләнде. Ул Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлай. Юл һәм ҡала хужалығы өлкәһендә ун биш йыл дауамында эшләй. Яңы вазифаға тиклем Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары була.
Быға тиклем идаралыҡты Чернов Владимир Васильевич етәкләй. Хәҙер ул Өфө ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. Ҡала башлығы ярҙамсыһы итеп Абзалтдинова Айгөл Нил ҡыҙы билдәләнә. Быға тиклем ул Иглин районы хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй.
Читайте нас: