+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2019, 12:34

Хоккейға ярҙам күрһәтеү һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты.
Әңгәмә барышында төбәктә хоккей спортына ярҙам күрһәтеү, хоккей клубын үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 60-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән данлыҡлы традициялары булған клуб артабан да үҫергә тейеш. Клубҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе "Башнефть" компанияһы менән дә ҡаралған һәм ярҙам мотлаҡ буласаҡ.
– Төбәктәрҙә профессиональ спорт кәрәкме? - тигән һорау ҙа бар. Әммә минең идарасы һәм спортсы тәжрибәм, юғары спорт ҡаҙаныштары булған ерҙә һәм тиҫтәләрсә мең үҫмерҙәр Радулов, Умарк, Живоглядов, Слай кеүек уйынсыларға ҡарап торғанда, күләмле спорт күпкә һөҙөмтәлерәк үҫеүен күрһәтә, - тине республика етәксеһе.
Читайте нас: