Түҙемһеҙләнеп көткән Яңы йыл байрамдары тамамланды. Шулай ҙа хеҙмәткәрҙәр ғәҙәти графикка инергә әҙерме? Психологтар байрамдарҙан арынып, эшкә яңы көс-дәрт тупларға үҙ кәңәштәрен бирә.
Яңы йыл байрамдарынан һуң, бөгөн - быйылғы тәүге эш көнө. Мәктәп уҡыусыларының ҡышҡы каникулы әлегә дауам итә. Ә хеҙмәткәрҙәргә эшкә сығырға ваҡыт.
Ваҡыттыр ҙа, тик кәйефтәр һаман да байрамса, өҫтәл тулы ризыҡ. Хәйер, ғаилә, туғандар менән ял итеүҙең бер ниндәй зыяны юҡ. Әгәр ҙә алкоголь, айырыуса, ҡаты спиртлы эсемлектәр ҡулланмайһың икән. Юғиһә, табиптар яңы йыл осоронда наркологтарға мөрәжәғәт итеүселәр артыуын билдәләй.
Азат Сәғиҙуллин, Республика наркология диспансерының бүлек мөдире: “Был мәсьәләнән сығыу юлы - бер генә. Эсеүҙе туҡтатыу. Тышта һыуыҡ булһа ла, саф һауала ял итеү бары тик һаулыҡҡа файҙаға булыр”.
Психологтар ҙа йоҡо туйҙырып, алдағы эш көндәренә план төҙөргә кәңәш итә. Байрамда бөтөнләй ял итмәгән кешеләр тураһында уйлау, физик күнегеү менән шөғөлләнеү, эш урынындағы төрлө гирлянда, ялтырауыҡ әйберҙәрҙе алып ташлау ҙа ғәҙәти графикка ҡайтыуға булышлыҡ итәсәк.
Әлмира Исхаҡова, психолог: “Телевизор ҡаршыһында оҙаҡ ултырыу, өҫтәл артында ашау кешене ялҡауландыра. Шуға ла саф һауала йөрөргә, душ инергә, физкультура менән шөғөлләнергә кәңәш итер инем”.
Шулай ҙа баш-көллө эшкә сума алмағандарға хафаланаһы түгел. Быйылғы календарға ярашлы, тәүге өс эш көнөнән һуң, сираттағы шәмбе, йәкшәмбе ялы көтә.