+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2018, 13:11

Республикала суд приставтары һауаны бысратыусы завод эшмәкәрлеген туҡтата

Сибайҙа завод эшмәкәрлеге туҡтатыла. Ул, һауаны бысратып, талаптарҙы боҙа.
Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте хәбәр итеүенсә, предприятие һауаға тонна зарарлы матдәләр ташлай. Ағымдағы йылдың ноябрь айынан урында йәшәүселр насар һауа шарттарына зарлана. Ошо сәбәпле, атмосфераны тикшерәләр. Асыҡланыуынса, һауала углерод оксиды дүрт тапҡырға арта.
Суд заводты административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип таный. Завод туҡһан тәүлеккә үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Ошо ваҡыт эсендә суд приставтары суд ҡарарын башҡарыуын контролдә тотасаҡ.
Читайте нас: