+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2018, 11:28

Һин барыһынан да яҡшыраҡ!

Дина Гаврилованың яңы китабы шулай тип атала. Ул яҙыусының "Һалҡын йылдар" төҫтәре романының дауамы булып тора. Кисә, 24 декабрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Д. Гаврилованың яңы әҫәре буйынса фекер алышыу өсөн ойошторолған осрашыу үтте.
Бишбүләк районының Кесе Мәнәүез ауылы кешеләренең тормошон автор сыуаш ҡыҙы Еля - Еликаниданың тарихы аша һүрәтләй. Колхозлашыу, репрессиялар осоро, Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар ҙа әҫәрҙә сағылыш тапҡан. Автор күләмле әҫәрен Башҡортостан, тыуып үҫкән еренә, ауылдаштарына бағышлай. Эстонияла йәшәп, ижад итеүсе яҡташыбыҙ тиҫтәгә яҡын китап яҙған. Һәр береһе үҙенсәлекле, уҡыусыларҙа төрлө фекерҙәр уята.
Читайте нас: