+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2018, 12:28

Матбуғат балында "Йыл журналисы" билдәләнде

Башҡортостанда Матбуғат балы премияһының төп номинацияһы еңеүсеһе - Йыл журналисы билдәләнде.
Юғары исемгә Гөлнур Ҡыуатова лайыҡ булды. "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәре уҡыусыға шиғри ижады менән дә, мәҙәниәт, сәнғәт кешеләре тураһында һүрәтләмәләре, ауыл тормошо репортаждары менән таныш.
Республика матбуғаты, радио һәм телевидениеһы, интернет журналистарының быйылғы йыйыны "Торатау" Конгресс-холында үтте. Йыл да уҙған оло һәм сағыу сарала һөнәрҙәштәр йылды йомғаҡлап, киләсәккә бурыс-маҡсаттар ҡуйҙы. Осрашыуҙа журналистарҙы министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, матбуғат хеҙмәттәре лә бүләкләне. Еңеүселәр ике этап һөҙөмтәләре буйынса баһаланды. Тәүҙә медиаөлкә хеҙмәткәрҙәре араһында онлайн тауыш биреү ойошторолдо һәм иң күп тауыш йыйған биш ҡатнашыусынан Эксперт советы еңеүсене һайлап алды.
Читайте нас: