+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2018, 12:13

Өфөлә йәшәүсе рәссам күп ҡатлы йортта Рәми Ғариповҡа бағышлап граффити төшөрә

Өфөлә йәшәүсе рәссам күп ҡатлы йортта Рәми Ғариповҡа бағышлап граффити төшөрә
Аэрозоль буяуҙары ярҙамында Олег Кайбышев халыҡ шағирын һынландыра һәм күптәр яттан белгән "Туған тел" шиғыры юлдарын яҙа. Эште тулыһынса башҡарып сығыр өсөн тәжрибәле рәссамға бер нисә көн талап ителә.
Быға тиклем ул легендар летчик Мәса Гәрәев, космонавт Юрий Гагарин һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәрҙең граффити һүрәттәрен төшөргән.
"Туған тел" шиғырын уҡығас, граффити төшөрөргә илһамландым. Стрит-Арт йүнәлеше минең өсөн ят түгел, 2001 йылдан алып граффити төшөрәм”, - ти Олег Кайбышев, рәссам.
Читайте нас: