+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2018, 15:38

Петардалар менән һаҡ булығыҙ!

Яңы йыл – баларҙың да, ололарҙың да көтөп алған байрамы. Ул күңелле иҫтәлектәр ҡалдырһын өсөн
Яңы йылдың мотлаҡ бер өлөшөнә әйләнгән бенгал уттары, төрлө-төрлө шартлатҡыстар менән һаҡ ҡулланырға кәрәк. Хәүефле уйынсыҡтарҙан бит сауҙа нөктәләрендә күҙҙәр ҡамаша. Әммә шуны иҫтән сығарырға ярамай: пиротехник тауарҙы сауҙа селтәренең һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киоскаларын ситләп үтергә тәҡдим итәбеҙ - унда ялған тауар эләгеүе бик ихтимал. Сит илдән килтерелгән тауарға рус телендә инструкция бирелергә тейеш. Унда изделиены ҡулланыу алымдары, һаҡлау шарттары, әҙерләнгән ваҡыты, ҡулланырға мөмкин булған ваҡыты, етештереүсенең реквизиттары һәм сертификатланыуы тураһындағы мәғлүмәттең мотлаҡ күрһәтелеүе шарт. 16 йәше тулмаған балаларға закон буйынса пиротехник тауарҙарҙы һатыу тыйыла.
Фатир эсендә петардалар шартлатыу йәки фейерверктар ойоштороу үтә ҡурҡыныс икәнен балаларға аңлатырға кәрәк икәнлеген онотмағыҙ. Фейерверктар өсөн 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙандан да яҡшыһы юҡ. Эргә - тирәлә ағастар, йорттар, аҫылынып торған сымдар булмаһын. Петарданы ҡулланыр алдынан мотлаҡ инструкцияһы менән танышып сығығыҙ. Балалар үҙҙәре генә булғанда, бенгал уттарын ҡабыҙыу һәм петардалар шартлатыу тыйыла. Күмәк саралар үткәрелгән урын янғын һүндереү өсөн кәрәк- яраҡ менән тәьмин ителергә тейеш.
Барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлағанда ғына Яңы йыл күңелдәрҙә матур иҫтәлектәр һаҡлар.
Читайте нас: