- Радий Фәрит улы ауылда тыуып үҫкән, төрлө вазифаларҙы башҡарған, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә эшләгән. Уға минең кәңәштәр артыҡ булыр тием. Радий Фәрит улы бөгөн республиканың проблемаларын яңы форматта асты, башҡарма власына конкрет бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтҡан позицияларын кире ҡайтарырға тейеш. Республика халҡына бәхет, именлек, яҡшы тормош, иң мөһиме - һаулыҡ теләйем, - тине Мортаза Рәхимов.