+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2018, 12:17

Туймазы районында теркәлгән янғында өс баланың ғүмере өҙөлөүгә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды

Фажиғәле хәл үткән йәкшәмбе Туймазы районының Ҡандра ауылында теркәлде. Дүрт йәшлек Нинель, уның ҡустыһы Оскар һәм ҡунаҡҡа килгән әхирәтенең ҡыҙы дүрт йәшлек Әминә, янғын сыҡҡанда йортта яңғыҙы булған. Ҡандра ауылында йәшәүселәр кескәйҙәрҙең әсәһен эсергә яратыуын билдәләй. Әлеге фажиғә төнөндә лә ул әхирәте менән бергә һыра артынан сыҡҡан булған. Төнгө сәғәт өс менән дүрт араһында. Янғын шул тиклем көслө булған, шуға ла йортҡа үтеп инеп булмаған.
Янғын һүндерелгәс, өс баланың кәүҙәһе табыла. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, балалар янғындан ҡасып бәҙрәф бүлмәһенә бикләнгән. Улар һөрөм еҫенән ағыуланған.
Читайте нас: