+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
18 Декабря 2018, 07:11

Башҡортостан киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелде

Республика Хөкүмәтенең был туралағы ҡарарына Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Бөгөндән ул башҡорт киносәнғәтенә нигеҙ һалыусының исемен йөрөтәсәк. Әмир Ғәбделмән улы - шулай уҡ милли киностудияға нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе. Ул үҙ ғүмерендә 50-гә яҡын телефильм төшөрә. Картиналар телевидениеның алтын фондында әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Әмир Абдразаҡовтың улы, танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов шәхси социаль селтәре аша рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Читайте нас