+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2018, 12:48

«Мин театр яратам»

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Театр йылын «Мин театр яратам» исемле квесты менән ҡаршылай
2019 йылға иғлан ителгән Театр йылын асыу тантанаһы Бөтә Рәсәй буйынса 13 декабрҙә үтәсәк.
Был көндө Башҡортостандың барлыҡ театр усаҡтарында төрлө саралар уҙғарыласаҡ: тематик күргәҙмәләр һәм квест, мастер-кластар һәм яратҡан артистар менән фотосессия, экскурсиялар, театрлаштырылған тамаша һәм, әлбиттә, премьера спектаклдәре күрһәтеләсәк.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры был көндө мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән 11.00 сәғәттә «Мин театр яратам» исемле белем биреү квесты менән башлаясаҡ. Квест театр тарихына арнала.
Театрҙың ҙур тамаша залдары буйлап экскурсия, театр һөнәрҙәре менән таныштырыу ҡаралған.Дирижер, оркестр артисы, нота китапханасыһы кеүек һөнәрҙәр менән уҡыусылар танышасаҡ.
Шулай уҡ цехтар буйынса экскурсия үткәреләсәк. Грим, классик бейеү һәм хор буйынса мастер-класс ошоштороласаҡ.
«Эрмитаж» күргәҙмәләр залында Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе эшләйәсәк.
Читайте нас: