+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2018, 12:25

Милли йәштәр театрында - премьера

Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 14 декабрҙә үҙ тамашасыларын көтә. Театр коллективы Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса әҙерләнгән «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектаклен тәҡдим итә. Спектакль 19.00 сәғәттә башлана.
Бында шулай уҡ Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижадына арналған китап күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған баҫмалар тәҡдим ителәсәк.
Фойела театрҙың инструменталь квартеты популяр классик әҫәрҙәр башҡарасаҡ.
– Беҙ башта был әҫәрҙе мюзикл булараҡ ҡуйырға уйлағайныҡ, – ти режиссеры Рөстәм Хәкимов, – әммә уны уҡып сыҡҡас, күберәк хикәйә­ләүгә ҡоролғанын аңланыҡ. Беҙҙең алға ла ҙур күләмле әҫәрҙе нисек бер спектаклгә һыйҙырырға, тигән һорау килеп баҫҡас, “Титаник” фильмындағы алымды ҡулланырға булдыҡ – бер мөхәббәт тарихы фонында – ҙур фажиғә. “Мөхәббәт һәм нәфрәт”тә мөхәббәт – үҙе бер стихия. Диңгеҙ, Ел, Ай, Ҡояш – барыһы ла беҙҙең спектаклдә тере йән эйәләре.
Читайте нас: