+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2018, 13:49

«Иң яҡшы милли байрам»

Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы «Иң яҡшы милли байрам» категорияһында еңеүсе тип танылды
«Ҡурай байрамы-2017» «Халыҡ театры» премияһына дәғүә итеү конкурсы еңеүсеһе булды, жюриҙың юғары баһаһын алды һәм Рәсәйҙең иң яҡшы милли байрамдары йыйынтығына индерелде.
Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы «Иң яҡшы милли байрам» категорияһында еңеүсе тип танылды. Ойоштороусыһы — Октябрьский ҡала мәҙәниәт йорто. Концепция авторҙары һәм байрамды ҡуйыусылар: Ольга Паленова, Светлана Ибраһимова һәм Иван Фалькин.
Быйыл конкурста илдең 40-ҡа яҡын төбәгенән 80-дән ашыу проект ҡатнашты. Премияға Рәсәйҙең бик күп проекттары: 2017 йылда асыҡ майҙансыҡтарҙа, стадиондарҙа һәм ҙур концерт залдарында уҙғарылған театрлаштырылған байрам тамашалары һәм концерт программалары дәғүә итте.
Республика Ҡурай байрамы тәүге тапҡыр Октябрьскийҙа 2001 йылда үтте. Ул ЮНЕСКО-ның башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын үҫтереү, йәштәр араһында һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау программаһы сиктәрендә ойошторолдо.
Читайте нас: