Рухлы милләттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Ханты-Манси автономиялы округының Лянтор ҡалаһында эшләп килгән «Задоринка» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Лилиә Нәғиб ҡыҙы Айытова ошо арала губернатор ҡулынан «ХМАО-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә танытма алды.
Лилиә Айытова – ХМАО ҡоролтайының әүҙем ағзаһы, сығышы менән Башҡортостандың Мәләүез районынан.
Төрлө милләт балалары шөғөлләнгән ансамблде етәкләүенә ҡарамаҫтан, Себерҙә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау буйынса әүҙем эшләгән, ансамбль өсөн бер нисә башҡорт бейеүе һалған рухлы милләттәшебеҙ ул.