-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2018, 12:23

Өфө поликлиникалары яңы йыл байрамдары осоронда эш графигын үҙгәртә

Өфө поликлиникалары Яңы йыл байрамдары осоронда эш графигын үҙгәртә
Яңы йыл байрамдары осоронда Өфө поликлиникалары эш графигын үҙгәртә. Байрам, ял көндәрендә дежур табиптар ҡабул итәсәк.
31 декабрҙә поликлиникалар төшкә тиклем һәм беренсе ғинуарҙа төштән һуң эшләйәсәк. Ҡалған көндәрҙә амбулатор-поликлиника учреждениелары иртәнге сәғәт һигеҙҙән дүрткә тиклем сирлеләрҙе хеҙмәтләндерәсәк.
Шулай уҡ Өфөнөң икенсе һанлы стоматология поликлиникаһында һәм етенсе һанлы Балалар стоматология поликлиникаһында 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем тәүлек әйләнеһенә беренсе ярҙам күрһәтеләсәк. Травматология пунктары ла тәүлек әйләнеһәнә эшләйәсәк.
Читайте нас в