Бөгөн, 12 декабрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхфәт улы Бикбаев 80 йәшлек юбилейын билдәләй!
Миңә яҙған тормош карабымда
Юлыҡманым ниндәй мәлдәргә!
Үтте карап ҡара дауылдарҙы,
Елкәндәрем берсә ҡанат була,
Күпме ҡабырсаҡтар арта бара,
Борттарыма һөмһөҙ йәбешеп.
Йәшәү рәүештәре шул булһа ла,
Бигерәк артыҡ йөк был ҡабырсаҡ
Бәлә-ғәйбәт һаман тыуҙырасаҡ,
Борттарымдан барыһын һелкеп ташлап,
Килерме бер тынғы табыр саҡ?
Аулаҡ порттар әле эҙләмәйем,
Уларға ла кәрәк көн итеү.