+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2018, 13:02

«Иң яҡшы Яңы йыл боҙ ҡаласығы» конкурсы старт алды

Башҡортостанда иң яҡшы боҙ ҡаласығы аҡсалата премия менән дәртләндереләсәк
Республикала «Иң яҡшы Яңы йыл боҙ ҡаласығы» конкурсы старт алды. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүселәр аҡсалата премия өсөн көс һынашасаҡ. Еңеүсегә 500 000 һум күләмендә аҡса тапшырыласаҡ.
Конкурс ҡала округтары һәм биләмәләре, шулай уҡ, ауыл биләмәләре араһында ойошторола. Ярышта ҡатнашыу өсөн муниципалитет хакимиәттәренә иң яҡшы боҙ ҡаласығын һайлап, заявка ебәрергә кәрәк. Комиссия биләмәнең биҙәлешен, иллюминацияларҙың ҡулланыуын, шыршының байрамса биҙәлешен, скульптураларҙы баһалаясаҡ.
Конкурс һөҙөмтәләре 19 ғинуарға тиклем билдәле буласаҡ. Аҡсалата премия муниципалетиттың төҙөкләндереү эшенә йүнәләсәк. Конкурс шарттары тураһында сайттан танышырға мөмкин.
Читайте нас: