+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2018, 13:03

Сәхнәлә - "Урал батыр"

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Рәсәйҙә иғлан ителәсәк театр йылын өр-яңы сәхнә әҫәре менән ҡаршылай. Әлеге ваҡытта "Урал батыр" эпосы буйынса репетицияларҙың ҡыҙған мәле. Спектакль Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала. Сәхнәгә ҡуйыусы - Андрей Борисов - яҡут режиссеры. “Фәлсәфәүи, мәғәнәүи яҡтан "Урал батыр" мине таң ҡалдырҙы. Эпосты уҡығас та, яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәше, уның ҡиммәттәре, хаҡы тураһында уйланаһың. Минеңсә, үлемһеҙ әҫәр башҡа халыҡтарға ла йөкмәткеһе буйынса ҡыҙыҡлы, фәһемле”, - ти ул.
Читайте нас: